1. ӘЛ-ФАТИХА (КИТАПТЫ АСЫУ) СҮРӘҺЕ

1. Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
2. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға — маҡтау,
3. рәхмәтлегә, рәхимлегә,
4. хөкөм көнөнөң батшаһына!
5. Беҙ Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!
6. Беҙҙе тура юлдан алып бар.
7. Үҙең ниғмәт күрһәткәндәрҙең юлынан,— асыуға тарығандар һәм аҙашҡандар юлынан түгел!